пятница, 8 февраля 2019 г.



Һаумыһығыҙ, коллегалар, ҡунаҡтар!
Минең сайтыма инеүегеҙ өсөн рәхмәт! Әгәр бындағы материалдар һеҙҙең еңел булмаған, шул уҡ ваҡытта мауыҡтырғыс эшегеҙҙә ярҙамсы була ала икән, мин бик шат.
Һәр көн иртән, алһыу ҡояш менән
Туған мәктәбемә ашығам.
Белем истәп, күпме күҙҙәр баҡҡан,
Көтәләрҙер, шуға ашҡынам.
Хеҙмәтемдең емештәре булып
Нисә кеше һөнәр һайлаған.
Һәр өлкәлә лайыҡ шәхес булып
Үҫтерәләр күңел байлығын,
Арттыралар илем байлығын.



Белмәгәнде өйрәнермен, белгәнемде өйрәтермен.


Минең донъяға ҡарашым:
     Донъяға ҡарашым һәр ваҡыт үҙгәреп тора. Ул заман индергән яңылыҡтарға, күңел торошона, тормош биргән һабаҡтарға һәм, әлбиттә, йәшкә бәйле. Бер нәмә лә бушҡа бирелмәй. Һынауҙарҙы ғына түгел, шатлыҡтарҙы ла күтәрә белергә кәрәк. 
     Уҡытыусы алдына йәмғиәт ҙур бурыстар ҡуя. Киләһе быуынды лайыҡлы шәхестәр итеп тәрбиәләү, тимәк, тыуған илебеҙҙең киләсәген тәрбиәләү. Был өлкәлә заман беҙҙән донъяға тик алдынғы, таҙа, изге ҡараштар талап итә.

     "Китап- белем шишмәһе". "Китап-иң яҡын дуҫ". "Яҡшы китап – иң ғәҙел дуҫ". "Китаптың белмәгәне юҡ". "Китап укыһаң – белемең артыр".  Халҡыбыҙҙың хаҡ  һүҙҙәре.  Китапҡа һөйөү бала саҡтан ғаиләлә тәрбиәләнде. Ололарҙың әкиәт һөйләүҙәренән мәхрүм булманым. Үҙ аллы хәреф таный башлағас та М. Кәрим. З. Биишева, Я. Хамматов, Һ.Дәүләтшина, Н.Мусин, Д.Бүләков, Ф.Әсәнов, С.Шәрипов  һ.б. әҙиптәрҙең әҫәрҙәрен йотлоғоп уҡыным. 
     Өфө ҡалаһына илткән юлым урау һәм ҡатмарлы булды. Бөгөнгө көндә баш ҡалабыҙ мәктәптәрендә үҙ урыным булыуын тормошомдоң бер ҡаҙанышы тип һанайым. Замандың әленән-әле үҙгәреп торған талаптарына яуап бирер өсөн туҡтауһыҙ эҙләнергә, өйрәнергә, үҫергә тырышам. Тормош иптәшем менән ул һәм ҡыҙ тәрбиәләйбеҙ. Уларҙы тыуған илебеҙҙең лайыҡлы шәхестәре итеп тәрбиәләү-беренсел бурысыбыҙ.